Шоңҡар
+27 °С
Облачно
Новости
26 Августа 2019, 14:04

Ҡаршы алығыҙ – «Шоңҡар»ҙың яңы һаны!

Ҡаршы алығыҙ – «Шоңҡар»ҙың яңы һаны!

Беренсе биттәге балҡып торған һылыу ҡыҙ барығыҙға ла таныш. Ул – М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының актрисаһы, «Сәләм» тапшырыуы алып барыусыһы Гөлмирә Исмәғилева! Күмертау ҡалаһында тыуып үҫкән гөлдәй нәфис Гөлмирәнең күңел донъяһын бергәләп байҡайыҡ.
Дуҫтар, республикабыҙҙың иң шәп водителен беләһегеҙме? «Теге өсәү»ҙең шәп алып барыусыһы Йәмил Ишмөхәмәтовтың аuтобиографияһы буйлап сәйәхәткә саҡырабыҙ.
Был һанда самауырыбыҙ янында Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле режиссер Әхтәм Абушахманов. Аҡһаҡалдың булмышын тулыһынса асып, яҙмышы менән танышып, журнал уҡыусыларына ла еткермәксебеҙ.
Әҙәм балаһы донъяға килгәндә үк яҙмышы маңлайына яҙылған була, тиҙәр. Миңә ҡалһа, Рөстәм Сәғит улы кеүек кешеләр һынмаҫ рухы, көслө ихтыяры, иң мөһиме ауырлыҡтарҙы сабыр ғына үҙ иңдәрендә күтәрә алырлыҡ күндәм холоҡтары менән яҙмыштарын да үҙҙәренә буйһондора алаларҙыр ул. Киләһе мәҡәләбеҙҙә өс баланы яңғыҙы тәрбиәләгән тырыш, йүнсел Ғафури егете менән таныштырмаҡсыбыҙ.
Йәнә лә «Шоңҡар»ҙы биҙәүсе шәп йәштәребеҙ байтаҡ, улар араһында Белореттан эшҡыуар Айҙар Мораҙымов та бар. Уҡыусыларбыҙ өсөн уның кәңәштәре бик урынлы булыр.
Минең телем үлер өсөн түгел, йәшәр өсөн сыҡҡан донъяға... Башҡортостандың 100 йыллығын билдәләгәндә башҡорт халҡының данлыҡлы улы, телсе ғалим Әкрәм Ғибаҙулла улы Бейешев хаҡында хәтер яңыртабыҙ.
Уссурийск ҡалаһында ни өсөн бер ғәйебе булмаған башҡорт егетен төрмәгә ултыртҡандар? Киләһе мәҡәләлә әрме хәлдәре менән таныштырмаҡсыбыҙ.
Талантлы шағирҙар Тәнзилә Дәүләтбирҙина һәм Хәким Алсынбаев өр-яңы ижад емештәрен тәҡдим итмәксе. Шиғриәт һөйөүсе дуҫтарыбыҙ күңеленә хуш килер.
Читайте нас