Шоңҡар
+17 °С
Облачно
Новости
26 Августа 2019, 06:18

Республикала күсмә дауаханалар эшләй башлаясаҡ

Республикала күсмә дауаханалар эшләй башлаясаҡ #нацпроекты

Рәсәй етәкселеге күсмә дауаханаларҙың эшмәкәрлеген уңышлы тип баһаланы. Хәтерегеҙҙә булһа, улар халыҡтың һаулығын тикшереп, мәғлүмәт еткереп, ауырыуҙар хаҡында иҫкәртеп бар республиканы урап сыҡҡайны. Әлеге ваҡытта был тәжрибә Новгород өлкәһендә ныҡлы ҡулланыла, өлкәлә ике мобиль дауахана комплексы эшләй. Ысынлап та, был ҡалаға йөрөй алмаған ололар өсөн бик уңайлы.
Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров был тәжрибәне «Сәләмәтлек» милли проекты нигеҙендә бар төбәктәрҙә лә ҡулланырға тәҡдим итте. Тимәк, тиҙҙән күсмә дауаханалар Башҡортостанда ла барлыҡҡа киләсәк. Дауахана ауыр йөк автомобиленә урынлаштырыла.
Читайте нас