Мөхәббәт ҡартаймай тигәндәре шулдыр... Мөхәббәт булғас, ул - мәңгелек, һәр йәштә лә бер көйө. Киләһе видеояҙма шуға инандыра һәм ышандыра. Был күренешкә Өфө халҡы Яҡутов паркында шаһит була һәм видеоға төшөрөп ала. Видеояҙма бар интернет донъяһына тарала, һәм бер кемде лә битараф ҡалдырмай.
Оло йәштәге ир менән ҡатын Һалдат күлендә кәмәлә йөҙә һәм бер-береһенә хистәрен белдереп ала. «Һәр кемгә ғүмере аҙағынаса һөйгәне менән бер кәмәлә йөҙөргә яҙһын, тормошта ниндәй генә ауырлыҡтар булыуына ҡарамаҫтан», — тип яҙа видеояҙманы тамаша ҡылыусылар.