Ҡырғыҙстанда башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың китаптары рус һәм ҡырғыҙ телдәрендә донъя күрҙе. Әҫәрҙе ҡырғыҙ теленә — филология фәндәре кандидаты, Ош дәүләт университеты доценты, «Жетиген» лицейы директоры Ҡыялбәк Аҡматов, ә руссаға Айгөл Ғәйнуллина тәржемә иткән. Был — авторҙың Бишкәктә баҫылып сыҡҡан дүртенсе китабы. Уның билдәле «Ҡалдырма, әсәй!» китабы быйыл март айында шулай уҡ ике телдә донъя күрҙе.
«Был китап уҡыусыларҙың һорауы буйынса тәржемә ителде, — тип билдәләне ғалим һәм педагог Ҡыялбәк Аҡматов. — Айгиз Баймөхәмәтовтың төрлө йәштәге табыныусылары бик күп. Постсовет илдәренең китап уҡыусылары суверенитет йылдарында яңы йәмғиәт ҡоролошонан көткән «мөғжизә»не кисерҙе: барлыҡ боевик, ҡурҡыныс фильмдарҙы ҡараны, детективты, фантастиканы уҡып сыҡты. Хәҙер улар тормош, кешенең күңел сафлығы һәм изгелек тураһындағы әҙәби әҫәрҙәргә әйләнеп ҡайта. Баймөхәмәтовтың повестары тап шул хаҡта. Улар йәмғиәтте күптән борсоған социаль проблемаларҙы күтәрҙе».
Айгиз Баймөхәмәтов — Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреты. Уның китаптары рус, татар, сыуаш, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ телдәренә тәржемә ителгән. Әҫәрҙәре буйынса Башҡортостан, Бүрәт Республикаһы, Ҡаҙағстан театрҙарында спектаклдәр ҡуйылған. «Ҡалдырма, әсәй!» повесы Башҡортостанда һәм Ҡырғыҙстанда уҡыу программаһына индерелгән.