Шоңҡар
+15 °С
Облачно
Новости
28 Августа 2019, 07:30

233 кеше ғүмерен ҡотҡарыуҙа ҡатнашҡан башҡорт ҡыҙына тағы бер награда!

233 кеше ғүмерен ҡотҡарырға ярҙам иткән башҡорт ҡыҙына тағы бер награда! #Шоңҡаржурналы

15 августа А321 самолеты двигателенә ҡоштар тубы эләгеп, уның кукуруз баҫыуына уңышлы ултырыуы тураһында яҙып үткәйнек. Унда 233 кешенең ғүмере ҡотҡарып ҡалынды. Үҙҙәрен геройҙарса тотҡан экипаж ағзалары лайыҡлы наградалар алды. Улар араһында беҙҙең яҡташыбыҙ, башҡорт ҡыҙы Әлиә Слаҡаева ла бар. Бөгөн билдәле булыуынса, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев “Урал һауа юлдары” авиакомпанияһына Белорет ҡыҙы Әлиәне Өфөгә тәбрикләү тантанаһына саҡырып хат ебәргән. “Экипаж ағзаларының профессионализмы мөмкин булмағанды эшләне, двигателе эшләмәгән күп тонналы самолетты кукуруз баҫыуына ултыртып, 200-ҙән ашыу кешенең ғүмерен ҡотҡарып ҡалды”, – ти Константин Толкачев.


“Сентябрҙә «Республика абруйын яҡлап» фестивале үтәсәк, шунда Әлиәгә лайыҡлы наградаһын тапшырырбыҙ тип уйлайым”, – тип яҙҙы Константин Толкачев социаль селтәрҙәрҙә.
Читайте нас