Өфөлә "Бәхетле сәғәт" программаһы эшләй башлаған. Уның буйынса пассажир "Башавтотранс" автобусында "Алға" картаһы менән 20 һумлыҡ юл хаҡын түләп, бер сәғәт эсендә икенсе автобусҡа күсеп ултырған осраҡта, бушлай йөрөү хоҡуғынан файҙаланып була.
Өфөлә күсеп ултырыу тарифы тулыһынса 1 сентябрҙән ҡулланыла башлаясаҡ. Киләсәктә бындай тарифты Өфө электр транспортында, шул иҫәптән электричкала ла ғәмәлгә индереү күҙаллана.
"Транспорт сәғәте"ндә шулай уҡ "Ҡала электричкаһы", биләмәләрҙәге вокзал комплекстары нигеҙендә транспорт-күсеп ултырыу урындары асыу проекттары тикшерелде.