Башҡортостанда "Көмөш Аҡбуҙат" халыҡ-ара милли һәм этник кинофестиваль тамамланды. Өс көн дауамында жюри ағзалары иллегә яҡын кинокартина араһынан иң-иңдәрҙе билдәләне. Еңеүсе миллион һум премия менән бүләкләнде.
Австралия, Һиндостан, Ҡытай Франция, Көньяҡ Корея һәм башҡа илдәрҙән килгән режиссерҙар ижад емештәре менән уртаҡлашты. Ҡунаҡтар Башҡортостанды хозур тәбиғәтле, ҡунаҡсыл төбәк тип билдәләне.
Кинофестивалдең төп призы - миллион һум Саха-Якут ижади төркөмөнә тапшырылды. "Надо мною солнце" кинотаҫмаһы биш тиҫтә фильм араһында иң яҡшыһы тип табылды.
Башҡортостан киноһы ла юғары баһаланды. Айнур Асҡаровтың “Өфөнән һөйөү менән” фильмы “Милли һәм этник кино” номинацияһында “Тулы метражлы иң яҡшы фильм” призына лайыҡ булды. Ошо уҡ номинацияла Кристен Гайнеттың "О чем грустит наш дом" таҫмаһы "Иң яҡшы документаль фильм" исемен алды.