Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Новости
28 Августа 2019, 08:54

Мутлашыусылар республика халҡының 50 миллион һум аҡсаһын урлаған

Мутлашыусылар республика халҡының 50 миллион һум аҡсаһын урлаған

Иҡтисади хәүефһеҙлек һәм ришүәтселеккә ҡаршы көрәш бүлеге хеҙмәткәрҙәре дүрт мутлашыусыны тотҡан. Улар интернетта сауҙа майҙансығына оҡшатып сайт булдырған. Селтәрҙәрҙә эш эҙләгән халыҡты шунда яйлап саҡыра башлағандар, ни генә булмаһын, йөҙгә яҡын кеше 50 миллион һум тирәһе аҡсаһын юғалтҡан, сайтҡа аҡса түләп ингәндәр, күрәһең.
Милли банкта мутлашыусы брокерҙарҙан һаҡланыу алымдары хаҡында һөйләнеләр: иң тәүҙә, килешеүҙе ентекле уҡып сығырға кәрәк, брокерҙарҙың счеттары Рәсәй банкында асылған булырға тейеш, сит ил банкына аҡса күсереү ҡурҡыныс, сөнки илебеҙ банктарының улар менән бер ниндәй ҙә бәйләнеше юҡ.
Читайте нас