Кисә Александр Головин Өфөлә
IV «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинофестивале барышында тамашасылар менән ижади осрашыу үткәрҙе. Ҡаланың «Арт-Квадрат» үҙәгенә актерҙың бик күп табыныусылары йыйылды, унда алма төшөрлөк тә урын юҡ ине. Александр рәхәтләнеп фотоға төштө, автографтар таратты. Йәш актер үҙе, ролдәре һәм «Буран» фильмы өҫтөндә эш хаҡында һөйләне.