Шоңҡар
+19 °С
Ясно
Новости
29 Августа 2019, 10:19

Хеҙмәттәшебеҙ Динә Солтанованың китабы донъя күрҙе!

Хеҙмәттәшебеҙ Динә Солтанованың китабы донъя күрҙе! #Шоңҡаржурналы #ДинәСолтанова

Дуҫтар, ҡыуаныслы хәбәребеҙ менән уртаҡлашырға ашығабыҙ! Йәш хеҙмәттәшебеҙ Динә Солтанованың Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең «Йәштәр тауышы» серияһында «Һиңә» тип исемләнгән шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе.


Динәнең һөйөнөсөн ишеткәс, болотло көндә ҡапыл ҡояш сығып, донъя яҡтырып ҡалғандай булды. Ысынлап та, Динәне абруйлы ҡәләм оҫталары өмөтлө шағирә тип белә, йәш булыуына ҡарамаҫтан, йәштәштәре араһында үҙ уҡыусыһын табып өлгөргән.


Йәш шағирәне ҡотлап, яңынан-яңы ижади үрҙәр, матур-матур китаптар сығарыуын теләйбеҙ! Һөйөнөслө хәбәрҙәрең бермә-бер артып торһон!
Читайте нас