Шоңҡар
+16 °С
Ясно
Новости
29 Августа 2019, 06:10

Владимир Путин ни өсөн Ишембай ҡалаһын һағынған?

Владимир Путин ни өсөн Ишембай ҡалаһын һағынған? #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашыуҙа төбәктең инвестиция күрһәткестәрен ыңғай баһаланы. Ысынлап та, Радий Хәбиров килеү менән был өлкәлә етди эштәр атҡарыла башланы, республикабыҙға сит ил эшҡыуарҙары йәлеп ителә. Әлеге ваҡытта Бәләбәйҙә француз сыры етештерелә башланы, ауыл хужалығы өлкәһендә лә эштәр алға бара, сит илдән һәйбәт тоҡомло һыйырҙар килтерелде, һанай китһәң, был йәһәттән эштәр ярайһы эшләнгән.
Владимир Путин Радий Фәрит улын шелтәләп тә алды, уның әйтеүенсә, республикала эшһеҙлек күҙәтелә, үлем күрһәткестәре насар, тыуымды арттырырға кәрәк. Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ныҡлап үҙгәреш индерергә тотондо, уныңса, сәләмәтлектең үҫеше был мәсьәләне хәл итергә ярҙам итәсәк. Шулай уҡ Владимир Путин Ишембайҙы иҫкә алды, көрәш менән шөғөлләнгәндә ошо ҡалаға ярыштарға йөрөүен һәм яҡшы хәтерләүен әйтте.

Читайте нас