Шоңҡар
+28 °С
Облачно
Новости
30 Августа 2019, 06:21

Өфө дауаханаһына милли проект ярҙамында яңы аппарат һатып алынды

Өфө дауаханаһына милли проект ярҙамында яңы аппарат һатып алынды #нацпроекты

Яман шеште асыҡлауҙа яңы алым. Республика клиник онкология диспансерының эндоскопия бүлегенә «Сәләмәтлек» милли проекты ярҙамында яңы ҡорамал һатып алынды.
Табиптар яңы алым менән өсөнсө операция эшләне. Ҡырҡып алынған шеш артабан тикшерергә морфологтарға ебәрелә. Яңы техника ҡатнашлығында дауалау ашҡаҙан, йыуан эсәк һәм ҡыҙыл үңәстә булған тайпылыштан ваҡытында ҡотолоу өсөн иң яҡшы һәм заманса метод.
Проект өсөн республикаға 9 миллиард һум аҡса бүленгән. Диспансерҙы иң камил диагностикалау медицина техникаһы менән тәьмин итеү, яңы корпусты төҙөү тап ошо программаға ярашлы алып барыла.
Бынан тыш Башҡортостанда дүрт амбулатор-онкологик үҙәктәр асылды, 2024 йылға тиклем тағы 19 үҙәк барлыҡҡа киләсәк. Статисика буйынса һуңғы ярты йыллыҡта онкология сиренән үлем ике процентҡа кәмегән.

Читайте нас