Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Новости
1 Сентября 2019, 14:09

Бөгөн Индонезияла «Янғантау» геопаркы ЮНЕСКО статусын алды

“Янғантау” – Рәсәйҙә һәм элекке Совет биләмәһендә тәүге ЮНЕСКО геопаркы буласаҡ.

Маҡтанырлыҡ хәбәр бар, Янғантау тиҙҙән бөтә донъяға билдәле буласаҡ.
ЮНЕСКО геопарктары Советы ултырышында шифахана директоры Альфред Аҡбашев һәм геопарк етәксеһе Лариса Беслан ҡатнашты. Уларҙың һүҙҙәренсә, геопарк республикала туризмды үҫтереүгә тос өлөш индерәсәк, әлеге ваҡытта шифаханаға турист-сәйәхәтселәр ағымы шаҡтай артҡан. «Янғантау» геопаркын тағы ла Азия-Тымыҡ океан геопарктар селтәрендә тәҡдим итәсәктәр, ул 3-6 сентябрҙә Индонезияла үтәсәк.
Башҡортостан етәксеһе бар респулика халҡын ошо уңайҙан ҡотланы, геопаркты ойоштороусыларға һәм ярҙам итеүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Әйткәндәй, республикабыҙҙа тиҙҙән тағы бер геопарк буласаҡ - «Торатау».
Читайте нас