«Аҙғын тәүбәһе» китабы авторҙың сюжет һәм тасуирлау саралары өлкәһендә эҙләнеүҙәрен дауам итә. Флүр Ғәлимов китабының төп геройы — һәләтле рәссам һәм эшҡыуар Салауат Байғазин. Китап геройҙың тормош мәғәнәһен һәм мәңгелек һорауҙарға яуаптар эҙләүенә арналған. Флүр Ғәлимовтың «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы
2018 йылда Мәскәүҙә «Художестволы әҙәбиәт» нәшриәтендә, баш ҡаланың «Юность», «Роман-газета» журналдарында баҫылып сыҡты. Трилогия рус, инглиз һәм төрөк телдәренә тәржемә ителде.