Шоңҡар
+19 °С
Ясно
Новости
2 Сентября 2019, 06:48

Башҡортостан яңы мәғариф учреждениелары асыу буйынса рекорд ҡуйҙы

Башҡортостан яңы мәғариф учреждениелары асыу буйынса рекорд ҡуйҙы. #нацпроекты

Бөгөндән республикабыҙҙа 11 яңы мәктәп үҙ ишеген асасаҡ, Волга буйы федераль округында беренсе урынды беҙ биләйбеҙ.
Ут күршеләребеҙҙә биш мәктәп асылһа, ҡалған төбәктәрҙә берешәр йә икешәр генә.
2020 йылда тағы ла ун мәктәп үҙ ишеген асасаҡ, тимәк, икенсе сменала уҡыған балалар һаны бөтәсәк. Шәп яңылыҡ! Былар барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы, «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә эшләнә.
«Мәғариф» милли проекты белем биреүҙең сифаты менән бергә уҡытыу шарттарын да хәстәрләй. 11 яңы мәктәптең икәүһе Өфөлә булһа, ҡалғандары – республика райондарында.


Читайте нас