Айгөлдөң шиғриәте күптән үҙ уҡыусыларын тапҡан. Уның һәр бер шиғырын түҙемһеҙлек менән көтөп алалар. Шиғырҙарҙы видеоға уҡып төшөрөп һалырға яратыусылар һәм рок-йырсылар бигерәк тә. Шуғалыр ҙа Айгөлдөң тиҫтәнән ашыу шиғыры видеформатта һәм көйгә һалынып яңғырай. Әммә йәш шағирә өсөн ҡәләм тибрәтеү дан яулау түгел, ә бары тик күңел талабы. Рок йырҙар бөтәһенә лә оҡшап етмәгән кеүек, Айгөлдөң, шағир, прозаик, драматург Мөнир Ҡунафин әйтмешләй, "рок шиғырҙар"ы ла уның һыҙланыуҙары, уйланыуҙары, был донъяны сикһеҙ яратыуы һәм был донъя менән шул тиклем килешеп етмәүе аша дәфтәр биттәренә төшә. Яһалмалылыҡ юҡ унда. Хәйер, тура һүҙле, иреклек яратҡан кешегә нимәгә күңелдә булмаған хистәр тураһында шиғырҙар яҙып ҡыланырға? Бөгөнгө заман былай ҙа ҡат-ҡат битлектәр кейеп йөрөгән, күңелендәге хистәрен нисек тә булһа күрһәтмәҫкә тырышҡан, бары тик шәхси уңыш артынан ҡыуған кешеләргә тулған... Ә Айгөлдөң шиғриәте шул тиклем ихлас, хатта аптырап та ҡуяһың: тағы кем ошолай үҙенең интим кисерештәрен бөтә кешегә асып һала ала?! Бының өсөн ныҡ ҡыйыу булырға кәрәк. Интим кисерештәр аша кешелекте матурлыҡҡа, камиллыҡа әйҙәү ысын шиғриәттең күрһәткесе ул! Тап ошондай шиғриәтә, хистәр тәрәнлеге һәм образдар байлығы менән һуғарылған шиғриәттә, һәр кеше күңеленең төбөндә, йөрәгенең түрендә янған, ҡайнаған, шашҡан хистәренә йыуаныс таба, төн йоҡоһо бирмәй башында ярһыу айғыр кеүек сапҡан уйҙарын йүгәнләй.... Шуға күрә Айгөл Йәмилеваның тәүге айырым шиғырҙар йыйынтығы сығыуы шағирәнең үҙе өсөн генә түгел, ә уның шиғриәтен үҙ итеүселәргә лә оло ваҡиға!
Айгөлдөң "Ҡапма-ҡаршылыҡтар" тип аталған китабында күпселеге 17-18 йәштәрендә яҙылған шиғырҙары урын алған. Шиғырҙарында йәш ижадсы дуҫлыҡ, ысын мөхәббәт, яҡты өмөт, йәшлек хистәрен, кисерештәрен сағылдыра. Ш.Бабич ис. дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, шағирә Лариса Абдуллина уның тураһында: "Мин белә-белгәндән ул - шағирә." Ысынлап та, Айгөлдө шиғриәтһеҙ, хәҙерге заман шиғриәтен Айгөлһөҙ күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Республикабыҙҙа йәштәр араһында ниндәй генә шиғри кисәләр уҙмаһын, уның төп ойоштороусыһы булып гел Айгөл Йәмилева тора. Бына инде нисәнсе йыл көҙҙөң һыуыҡ, ямғырлы көндәрендә күңелдәрҙе йылытҡан "Көҙгө нағыш... әллә һағыш?" шиғри-музыкаль кисәһе, республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә, республикабыҙҙан ситтә йәшәүсе яңы башлап ҡәләм тибрәткән йәш ижадсыларға ныҡлы ҡанаттар ҡуйыусы "Ҡош юлы" бард-фестивале сиктәрендәге шиғриәт бәйгеһе, шул уҡ "Ҡош юлы" хәрәкәте ойошторған "Төнгө ултырыш"тарҙа шағирҙарҙың сығышы, төрлө шиғри фатирниктар... Был кисәләрҙе Айгөл бер ҙә үҙен күрһәтеп ҡалыу өсөн ойоштормай, ә быры тик шиғриәтте балҡытыр өсөн. Башҡорт шиғриәтен! Башҡорт шиғриәте бар һәм буласаҡ әле тигәндәй, Айгөл шиғриәттә яңы исемдәр аса, уларға үҙҙәрендә ышаныс уята һәм улар яңғыҙ түгел икәнлеген күрһәтер өсөн йәш шағирҙарҙы бергә туплай. Ул хәҙерге заман башҡорт шиғриәтен алға әйҙәүсе шәхес. Рухлы, ирекле. "Ҡыл" йәш шағирҙар хәрәкәтен ойоштороуы һәм уның уставында хәрәкәттең иреклелеге тураһында яҙып ҡуйыуы ғына ни тора?! Был үҙенә күрә революция. Башҡорт шиғриәтен яңы кимәлгә күтәреү, шиғриәттә ҡалыплашҡан формаларға ҡаршы көрәш. Уйлап ҡараһаң, Айгөлдөң бөтә ғүмере көрәш. Ниндәй генә һынауҙар, ҡыйынлыҡтар һәм бысраҡлыҡтар аша үтһә лә, ул һәман күңел сафлығын, изгелеген, донъяға, кешелеккә булған һөйөүен юғалтмай. Донъя уның иңдәрен нығыраҡ баҫҡан һайын, ул, киреһенсә, арҡаһын турараҡ тота. Үҙе әйтмешләй, феникс ҡошо һымаҡ көлгә ҡалған саҡтарында ла кире терелә! Бына ҡайҙа ул шағирәнең ҡапма-ҡаршылығы.