Шоңҡар
+15 °С
Облачно
Новости
3 Сентября 2019, 06:43

Владимир Путин Иркутск етәкселегенә ҡаты шелтә яһаны

Владимир Путин Иркутск етәкселегенә ҡаты шелтә яһаны #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин кисә Иркутск өлкәһенә юлланды. Июнь аҙағында ҡойма ямғырҙар арҡаһында төбәктә бер нисә ҡаланы һыу баҫты, йорттар ағып китте, мәктәптәр емерелде. Ике ай элек башлыҡ Иркутск етәкселегенә күрһәтмәләр биреп киткәйне, был юлы уларҙың үтәлеше тикшерелә.
Иркутск етәкселәре ил башлығының күрһәтмәләрен бөтөнләй тиерлек атҡарып сыҡмаған: халыҡҡа тейешенсә ярҙам күрһәтелмәгән, йорт алыуға танытмалар бирелмәгән, мәктәптәр йүнәтелмәгән. Президент етәкселеккә мөрәжәғәт итеп:
- Аҡса бүленгән, тиҙерәк барыһын да атҡарып сығырға кәрәк! Бына минән бер ҡатын ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеген һорай, халыҡҡа мәғлүмәт бөтөнләй барып етмәгән. Һеҙ аҡылдан яҙып бармайһығыҙҙыр ул. Мин барыһын да тиҙ арала төҙәтеүегеҙҙе үтенәм! – тине.
Иркутск өлкәһенең хөкүмәт комиссияһын Виталий Мутко етәкләй, бар һорауҙарға уға яуап бирергә тура килде:
- Ғөмүмән алғанда, халыҡҡа аҡсалата ярҙам алыуға танытмалар таратылып бөттө.
Владимир Путин Мутконың был һүҙҙәренә ҡыҙып китте:
- «Ғөмүмән» мине ҡыҙыҡһындырмай. Һәр кешегә ярҙам кәрәк, мәсьәләне тиҙ арала хәл итегеҙ.
Владимир Путин Иркутск халҡына түҙемлек теләне һәм күрһәтмәләрҙең үтәлешен шәхсән тикшереп барасағын белдерҙе.

Читайте нас