Рәсәй Президенты Владимир Путин Иркутск түрәһе Ирина Алашкевичҡа тәнҡит һүҙҙәре белдерҙе. Хәтерегеҙҙә булһа, был түрә ишараты һыу аҫтында ҡалған Иркутск халҡын «аңра», «иҫәр» тип атағайны. Алашкевичтың һүҙҙәре яҙылған аудиояҙма интернет киңлектәренә лә таралып өлгөрҙө.
Владимир Путин уның һүҙҙәренә былай тине: «Әгәр мәғлүмәт ялған түгел икән, был ҡурҡыныс. Тимәк, уның үҙен шулай тип атарға кәрәк, ул быға лайыҡлы».
Рәсәй башлығы Иркутск өлкәһе етәксеһе Сергей Левченкоға мөрәжәғәт итеп, Алашкевичты ҡаты язаға тарттырырға ҡушты. Путин әйтеүенсә, халыҡты бер кемдең дә рәнйетергә хаҡы юҡ.