Шоңҡар
+23 °С
Ясно
Новости
4 Сентября 2019, 11:26

Ирекмәндәр һаны артҡан

Рәсәйҙә ирекмәндәр һаны артҡан. Һуңғы биш йыл эсендә Рәсәй халҡының 69%-ы бер тапҡыр булһа ла бәләгә тарыусыларға ярҙам ҡулы һуҙырға ашыҡҡан.

РИА “ФЕДЕРАЛПРЕСС”тан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәйҙә ирекмәндәр һаны артҡан. Һуңғы биш йыл эсендә Рәсәй халҡының 69%-ы бер тапҡыр булһа ла бәләгә тарыусыларға ярҙам ҡулы һуҙырға ашыҡҡан. Балалар, ҡарттар йорттарына көндәлек кәрәк-яраҡтар, уйынсыҡтар килтереү, ауыр сирлеләргә аҡса күсереү иң киң таралған ярҙам итеү ысулдарынан һанала. Шулай уҡ иң әүҙем ирекмәндәрҙең уртаса йәше лә билдәләнгән. Баҡһаң, 35–44 йәштәгеләр мәрхәмәтлек ҡылыуға нығыраҡ ынтыла икән.
Читайте нас