Шоңҡар
+24 °С
Ясно
Новости
5 Сентября 2019, 11:21

Өфө студенты башҡортса смартфон эшләгән

Аталы-уллы Тюргановтар тағы ла башҡортса социаль селтәр асырға йыйына.

19 йәшлек Өфө студенты Кирилл Тюрганов беренсе башҡорт смартфоны эшләгән. Унда саф башҡортса аралашып, башҡорт уйындары ҡуйып та була. Проект бер йыл эсендә тормошҡа ашырылған. Студенттың атаһы Анатолий Тюрганов тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
— Улым башҡортса һүҙлек ҡушымтаһы эшләп ҡарағас, саф башҡортса смартфон эшләргә булдыҡ. Республикабыҙҙың дәүләт телен, уның мәҙәниәтен үҫтерергә кәрәк, был осраҡта мәғлүмәт технологиялары ярҙамға килә. Смартфон менән башҡорттар ғына түгел, телде өйрәнергә теләгән һәр кем ҡуллана аласаҡ. Смартфонға бөтә башҡорт каналдары, социаль селтәрҙәре ҡуйылған.
Был эшкә 15 мең һум тирәһе аҡса талап ителгән. Студент үҙе телефон һатып алған һәм уға башҡортса программа төҙөгән. Студент әйтеүенсә, һәр телефондың системаһын үҙгәртеп булмай, шуға уға яңы эште атҡарып сығыуы еңелдән булмаған.
— Беҙ әлеге ваҡытта проектыбыҙға инвесторҙар эҙләйбеҙ, әгәр шундайҙар табылһа, тиҙҙән башҡорт смартфондарының беренсе партияһын тәҡдим итәсәкбеҙ. Халыҡта ихтыяж тыуһа, артабан сәмләнеп эшләргә әҙербеҙ. Әлегә уның хаҡы тураһында әйтеүе иртәрәк, техника һатып алыуға сығымдар күпме булыр, — тип һөйләй Анатолий Тюрганов.
Егеттәр бының менән генә сикләнеп ҡалмаҫҡа йыйына, аталы-уллы Тюргановтар «Яҡташтар» тип исемләнгән социаль селтәр ҙә булдырырға теләй.
— Республика башлығы барыбыҙҙы ла туған телде һаҡларға, үҫтерергә өгөтләй. Беҙҙең электрон һүҙлек һәр кемдә ҡыҙыҡһыныу уятты, ҡалған проекттарыбыҙ ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаҫ тигән ышаныстабыҙ!
Читайте нас