Шоңҡар
+16 °С
Ясно
Новости
6 Сентября 2019, 08:01

Һиндостанда 74 йәшлек ҡатын игеҙ бәпес тапҡан

Һиндостанда 74 йәшлек ҡатын игеҙ бәпес тапҡан.

Һиндостанда Эрраматти Мангаяма исемле 74 йәшлек ҡатын ЭКО ярҙамында игеҙ бәпес тапҡан. Был хаҡта «РИА-Яңылыҡтар» хәбәр итә.
“Операция еңел үтте. Барыһы ла имен, шулай ҙа әсә стресс кисергән, уны интенсив терапия бүлегенә урынлаштырҙыҡ”, - тип хәбәр итә дауахана директоры. Әсә балаларын имеҙә алмаясаҡ, шуға донор табырға тура килгән.
Мангаяма 80 йәшлек ире Рая Рао менән 1962 йылда өйләнешкән, ғаиләгә 57 йыл буйына бала шатлығы кисерергә насип булмаған. Тик уҙған йылдың ғинуар айында ғына Мангаяма ЭКО ярҙамында ауырға ҡалған.
Был йәштә күптәр диабет, юғары баҫымы менән ыҙа сигә, ә Һиндостанда бала табалар. Әйткәндәй, шундай уҡ хәл 2008 йылда була, Һиндостанда 70 йәшлек Омкари Панварҙың шулай уҡ игеҙ бәпестәре тыуа.
Читайте нас