Шоңҡар
+33 °С
Ясно
Новости
6 Сентября 2019, 06:41

Яман ауырыуҙы тәүге стадияла асыҡлаған табиптар бүләкләнде

Яман ауырыуҙы тәүге стадияла асыҡлаған табиптар бүләкләнде #нацпроекты

Яман ауырыуҙы тәүге стадияла асыҡлаған тәүге төркөм табиптар бүләкләнде. Онкология менән көрәштең был алымы республикала быйыл ғына ғәмәлгә ашырыла башланы. Белгестәр әйтеүенсә, яман шеш сирҙәрен беренсе һәм икенсе стадияла асыҡлағанда унан тулыһынса арыныу ҙа мөмкин. Табиптарҙы был эшкә нығыраҡ йәлеп итеү маҡсатында республика етәкселеге аҡсалата дәртләндереү сараһы булдырҙы. Бөгөн «Сәләмәтлек сәғәте» форматында үткән күсмә кәңәшмәлә тәүге алты табипҡа сертификаттар тапшырылды.
Ауырыуҙарҙы алдан иҫкәртеү ҙә үлем һанын кәметеүгә үҙ өлөшөн индерә. Быйыл Башҡортостанда яман шеште киҫкенләшмәҫ борон асыҡлаусы табиптарға 5 мең һум аҡса түләнә башланы. Радий Хәбиров бер төркөм белгестәргә тәүге сертификаттарҙы тапшырҙы.
Үлемде кәметеү өсөн беренсел медицины тағы ла көсәйтергә кәрәк тине Радий Хәбиров. Республика етәксеһе әйтеүенсә, ауылдарҙа фельдшер акушерлыҡ пункттары төҙөү әүҙемләште. Әммә был темп менән барғанда, 2024 йылға тиклем «Сәләмәтлек» милли проекты ҡуйған маҡсаттарға ирешеү мөмкин түгел. Радий Хәбиров киләһе йылға ФАП-тар төҙөүгә бүленгән аҡсакларҙы ике тапҡырға арттырырыға ҡушты.

Читайте нас