Шоңҡар
+23 °С
Ясно
Новости
8 Сентября 2019, 13:29

Башҡортостанда 15:00 сәғәткә 1299024 кеше тауыш биргән

Ҡалалар араһында иң күбе Күмертауҙа - 47,44 процент. Беренсе урында - Миәкә районы (73%), Бөрйән...

Йыһанур Алтынбаев, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге етәксеһе: Башҡортостанда сәғәт өскә 1299024 кеше тауыш биргән, республика халҡының 28, 67 проценты тауыш биргән. Өфө ҡалаһы буйынса 35 процент, ҡалалар араһында иң күбе Күмертауҙа - 47,44 процент, 44,42 процент Салауат ҡалаһында. Ауылдар йылдағыса әүҙемлек күрһәтә, әлеге ваҡытта дөйөм халыҡ иҫәбенән тауыш биреүселәр һаны 48 процентты тәшкил итә. Беренсе урында - Миәкә районы (73%), Бөрйән районы - 64% һәм Балтас районы 62 процент тауыш менән өсөн урында.
Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһында сираттағы брифинг киске сәғәт етенсе яртыға тәғәйенләнгән. Унда «ҡыҙыу элемтәгә» килгән мөрәжәғәттәр,ялыуҙар буйынса мәғлүмәт еткереләсәк.

Читайте нас