Шоңҡар
+26 °С
Ясно
Новости
8 Сентября 2019, 07:05

Башҡортостанда 3 434 һайлау участкаһы эшләй

Башҡортостанда 3 434 һайлау участкаһы эшләй

Бөгөн - Берҙәм тауыш биреү көнө. Сәғәт иртәнге етелә Башҡортостандың ҡала-райондарында урынлашҡан 3 434 һайлау участкаһы үҙ ишектәрен асты.
Быйыл республика парламенты һайлау участкаларының эшен ике сәғәткә оҙайтты. Был үҙгәререш йәкшәмбе производствола эшләгән, баҡсаларына барған кешеләргә гражданлыҡ бурысын үтәү мөмкинлеген бирә.
Өфөлә барлыҡ 410 участкала ла видеокүҙәтеү алып барыла. Республикала 334 меңдән ашыу һайлаусының һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстарын файҙаланып тауыш биреү мөмкинлеге бар. Улар 225 һайлау участкаһына ҡуйыла. Быларҙың барыһы ла республика асыҡ һайлау үткәрергә әҙер булыуы хаҡында һөйләй.
Читайте нас