Башҡортостанда киске сәғәт 9-ҙа һайлауҙа тауыш биреү өсөн барлыҡ участкалар ябылды.
Республика халҡы Башҡортостан Башлығын, Ҡояшлы һәм Комсомол бер мандатлы һайлау округтары буйынса алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы депутаттарын, шулай уҡ урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын һайланы.
Республикала бөтәһе 3434 участка, шул иҫәптән граждандар ваҡытлыса барған урындарҙа 37 участка эшләне.
Киске сәғәт 8-гә Башҡортостан халҡының 65,4 проценты тауыш бирҙе. Был 1 миллион 992 мең 654 һайлаусы тауыш биргән тигән һүҙ. Ҡалалар буйынса халыҡтың әүҙемлеге йәһәтенән Сибай (62 процент) һәм Күмертау (61 процент) алда бара. Райондар араһында иң әүҙеме - Тәтешле (92,1), Миәкә (81,8) һәм Салауат (78 процент).
Тауыш биреүҙең яҡынса һөҙөмтәләре 9 сентябрҙә иртән билдәле була.