Шоңҡар
+20 °С
Облачно
Новости
8 Сентября 2019, 11:37

Өфөлә һайлау участоктарының береһендә телефон кабелен ҡырҡҡандар

Өфөлә һайлау участоктарының береһендә телефон кабелен ҡырҡҡандар

Өфөнөң халыҡты социаль яҡлау идараһы хеҙмәткәрҙәре һәм «Башинформсвязь» ойошмаһы белгестәре Ленин районындағы һайлау участкаһында сәйер хәлгә тап була.


«Таңғы алтыла эшкә килгәс, һайлау комиссияһы ойоштороусылары ҡырҡылған телефон кабеле табып ала», — тип хәбәр ителә идарала.
Комиссия ағзалары тиҙ арала кабелде ялғап ҡуя, бәйләнеш тергеҙелә, әммә ғәйеплеләр әле табылмаған. Полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү эштәре алып бара.
Читайте нас