Шоңҡар
+33 °С
Ясно
Новости
8 Сентября 2019, 08:13

Иртәнге сәғәттәрҙә 310 меңгә яҡын кеше тауыш биргән

«Шоңҡар» журналы хеҙмәткәрҙәре Филүзә Әхмәтова һәм Илнур Юлбарыҫов үҙ тауышын бирҙе! Был сәғәткә тиклем 310 меңгә яҡын кеше тауыш биргән. Был хаҡта Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко хәбәр итте:

Башҡортостанда һайлау участкалары асылғандан һуң, өс сәғәт эсендә 310 меңгә яҡын кеше тауыш биргән. Был турала төбәктең Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко журналистар менән осрашыуында билдәләне. Һайлау участкалары штат режимда эшләй.
Ҡырмыҫҡалы районында биш мең, Баймаҡта алты меңдән ашыу кеше гражданлыҡ бурысын үтәгән. Был турала урындағы территориаль комиссия рәйестәре Үҙәк һайлау комиссияһы менән ойошторолған тура бәйләнеш барышында белдерҙе. Райондарҙа ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә, мәҙәни программа әҙерләнгән.

Читайте нас