Шоңҡар
+15 °С
Облачно
Новости
8 Сентября 2019, 11:02

Михаил Федотов ни өсөн Башҡортостанға килгән?

Рәсәй Президентының Кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе Михаил Федотов ни өсөн Башҡортостанға килгән?

Бөгөн Рәсәйҙә Берҙәм һайлау көнө. Тап бөгөн барлыҡ төбәктәрҙә лә сәйәси капмания эшләй. Ни өсөн Рәсәй Президентының Кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе Михаил Федотов Башҡортостанға килгән? Был һорауға ул журналистар менән осрашыуҙа яуап бирҙе: «Башҡортостанда советтың күсмә ултырышы үтәсәк. Беҙгә Башҡортостан һайлауҙарына әҙерләнгән ялған ялыуҙар хаҡында мәғлүмәт килеп етте. Беҙ тикшерергә булдыҡ, ысынлап та, тәртип боҙоу булырмы, әммә әлегә барыһы ла яҡшы, тыныс шарттарҙа үтә. Борсолорға урын юҡ...»

Читайте нас