Шоңҡар
+26 °С
Ясно
Новости
8 Сентября 2019, 09:13

Радий Хәбиров: Иң мөһиме – һайлауҙың асыҡ, ғәҙел, конкурентлы шарттарҙа үтеүе

Радий Хәбиров: Иң мөһиме – һайлауҙың асыҡ, ғәҙел, конкурентлы шарттарҙа үтеүе.#Шоңҡаржурналы #РадийХәбиров

Был турала Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы бөгөн гражданлыҡ бурысын үтәгәндә белдерҙе.
Радий Хәбиров Өфөнөң 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе. Башҡортостан концерт залында урынлашҡан һайлау участкаһы иң ҙурҙарҙың береһе, бында өс меңгә яҡын кеше беркетелгән, уларҙың утыҙы гражданлыҡ бурысын тәүге тапҡыр үтәй. Ғәҙәттәгесә сәйәси компанияла өлкән һәм урта быуын вәкилдәре әүҙем ҡатнаша. Ғаиләләре менән килеүселәр ҙә күп.
Радий Фәрит улы билдәләүенсә, иң мөһиме - сәйәси кампанияның ғәҙел, асыҡ, законлы шарттарҙа үтеүе.
Читайте нас