Башҡортостан Республикаһында һайлауҙа ҡатнашыу кимәле етмеш бер проценттан күберәк булған.Йәғни 2,1 миллион самаһы кеше тауыш биргән. Әлеге мәлдә 100% бюллетендәр эшкәртелгән. Уның һөҙөмтәләре буйынса, республикабыҙҙың ваҡытлыса башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбиров еңеп сыҡҡан. Икенсе урында КПРФ кандидаты Юнир Ҡотлоғужин, өсөнсөлә - ЛДПР-ҙан Иван Сухарев. Ҡануниәт буйынса, үҙәк һайлау комиссияһы һуңғы һөҙөмтәләрҙе 10 көн эсендә яҡтыртасаҡ.