Шоңҡар
+23 °С
Ясно
Новости
9 Сентября 2019, 06:02

Радий Хәбиров ныҡ алда бара

Һайлау бюллетендәренең 91 процентына яҡыны эшкәртелгәндән һуң,әлегә Радий Хәбировтың 82 процент тауыш йыйыуы асыҡланды.

Һайлау бюллетендәренең 91 процентына яҡыны эшкәртелгәндән һуң,әлегә Радий Хәбировтың 82 процент тауыш йыйыуы асыҡланды. Икенсе урында – КПРФ-тан кандидат Юнир Ҡотлоғужин, уға һайлаусыларҙың 6,87 проценты тауыш биргән. Өсөнсө урында - ЛДПР партияһыннан кандидат Иван Сухарев (4,62). Башҡа кандидаттар араһында "Яблоко"нан Зөлфиә Ғайсина 1,5 процентты үтте. Иң әҙе тауыш "Рәсәй пенсионерҙары социаль ғәҙеллек өсөн" партияһынанВладимир Кобзевта -0,82 процент .
Һайлауҙа ҡатнашыу кимәленең етмеш процент тәшкил иткәне билдәле. Йәғни 2,1 миллион самаһы кеше тауыш биргән. Был бик тә һәйбәт һөҙөмтә.
Читайте нас