Шоңҡар
+33 °С
Ясно
Новости
11 Сентября 2019, 14:40

М.Кәрим ис. Милли йәштәр театры яңы ижади миҙгелде асырға әҙерләнә!

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры логотибын үҙгәртте. Яңыртылған логотипта М, Й, Т хәрефтәрен күрергә була. Яңы логотип менән яңы ижади миҙгелде асырға әҙер йәштәр! Ә һеҙ уларҙың был ижади миҙгелгә пландары менән танышырға әҙерме?

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында пресс-конференция үтте. Театрҙың директоры Мөхәмәтйәнов Рәфис Гәрәй улы театрҙың пландары менән таныштырҙы. Коллектив утыҙынсы ижади миҙгелде 24 сентябрь Башҡортостандың 100 йыллығына арналған "Башҡорт туйы" спектакле менән аса. Был йылға бик күп премьералар планлаштырылған. Шуларҙың береһе - "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" спектакле. Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған тамаша 26 һәм 27 сентәбрь тамашасы хөкөмөнә тапшырыласаҡ. Театр Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейына ныҡлы әҙерләнгә. 15-20 октябрь бөйөк яҙыусыбыҙға бағышланған театраль декада була. Бында тамашасылар Мостай Кәрим әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙе ҡарай ала.Театрҙың директоры тағы ла колективтың гастролдәргә һәм төрлө фестивалдәрҙә ҡатнашырға әҙерләнеүе тураһында әйтте.
Театрҙың художество етәксеһе Ҡулбаев Мөсәлим Георгий улы үҙ телмәрендә "Республика Шкид" спектакле тураһында һүҙ йөрөттө. Спектаклдең премьераһы 29 ноябргә билдәләнгән. "Был әҫәрҙә тормоштоң ниндәй генә ҡараңғы булыуына ҡарамаҫтан, ундағы геройҙарҙың йәшәргә ынтылышы менән арбаны." Ошо йәшәргә ынтылышты һәм ҡараңғылыҡта балҡыған яҡтылыҡты күрһәтеү маҡсаты йөкмәтелә спектаклдең художнигы Наталья Беловаға. Ул да пресс-конференцияла булды һәм сәхнә ҡоролошон нисек хәл итеүе тураһында һөйләне: "Нишләптер ҡыҙыл кирбестән төҙөлгән, емерелер хәлгә еткән күп этажлы йорттар күҙ алдыма баҫты. Әлбиттә,быны эшләүе күп көс талап итә, әммә ул спектаклгә үҙ атмосфераһын бирәсәк!".
Читайте нас