Шоңҡар
+23 °С
Облачно
Новости
13 Сентября 2019, 05:30

Спорт физик яҡтан ғына сыныҡтырмай

РИА яңылыҡтарҙан хәбәр итеүҙәренсә, кисә Рәсәй президенты фигуралы шыуыу буйынса ун тапҡыр донъя чемпионы, Дәүләт думаһы депутаты Ирина Роднинаны 70 йәшлек юбилейы менән тәбрикләне. #ВладимирПутин

РИА яңылыҡтарҙан хәбәр итеүҙәренсә, кисә Рәсәй президенты фигуралы шыуыу буйынса ун тапҡыр донъя чемпионы, Дәүләт думаһы депутаты Ирина Роднинаны 70 йәшлек юбилейы менән тәбрикләне. “Матур юбилейығыҙ менән ҡотлайым. Һеҙҙе барыһы ла әүҙем тормош алып барған сағыу, һәләтле шәхес итеп беләләр. Был һеҙҙең көслө ихтыярлы булыуығыҙҙан киләлер. Сөнки спорт физик яҡтан ғына сыныҡтырмай, ә рухи яҡтан да әүҙем позицияла торорға булышлыҡ итә”, - тине В. Путин ҡотлау телеграммаһында.
Читайте нас