Шоңҡар
+15 °С
Облачно
Новости
13 Сентября 2019, 11:09

Тормошҡа ашмаҫтай нәмәләр юҡ йәки фантастика менән реаллектең тап килеүе

Кешенең уй-хыялы, киләсәкте күҙаллауы иң тәүҙә ижад емеше булараҡ әҙәби әҫәрҙә тормошҡа ашырыла. Быны халыҡ ижадында ла күрергә мөмкин. Мәҫәлән, башҡорт халыҡ әкиәттәрендәге осоусы балаҫтар вертолет-самолеттарҙың ҡасан да булһа барлыҡҡа килеүенә ишаралаһа, усҡа ғына һыймалы көҙгөнән ете диңгеҙ аръяғындағы хәл-ваҡиғаларҙы белеп тороу аша виртуаль донъяның ысынбарлыҡта ҡулланыласағы фаразланғандыр. Тағы ла тыйылған һыуҙан ауыҙ иткән Ивандың ҡапыл кәзәгә әйләнеп ҡуйыуы ла, үкенескә күрә, һәммәбеҙгә таныш күренеш.

Кешенең уй-хыялы, киләсәкте күҙаллауы иң тәүҙә ижад емеше булараҡ әҙәби әҫәрҙә тормошҡа ашырыла. Быны халыҡ ижадында ла күрергә мөмкин. Мәҫәлән, башҡорт халыҡ әкиәттәрендәге осоусы балаҫтар вертолет-самолеттарҙың ҡасан да булһа барлыҡҡа килеүенә ишаралаһа, усҡа ғына һыймалы көҙгөнән ете диңгеҙ аръяғындағы хәл-ваҡиғаларҙы белеп тороу аша виртуаль донъяның ысынбарлыҡта ҡулланыласағы фаразланғандыр. Тағы ла тыйылған һыуҙан ауыҙ иткән Ивандың ҡапыл кәзәгә әйләнеп ҡуйыуы ла, үкенескә күрә, һәммәбеҙгә таныш күренеш.
Егерме беренсе быуатҡа тиклем ижад ителгән фантастик әҫәрҙәрҙә лә әйтелгән ҡайһы бер предметтарҙың замана технологиялары менән тап килгәнлеген осратырға була. Иң сәйере һәм ҡыҙығы шунда: улар араһында әлеге ваҡытта кешелек тормошоноң айырылығыһыҙ бер өлөшөнә, йә, киреһенсә, аҡылыбыҙҙың килешә һәм ҡабул итә алмаҫлыҡ афәтенә әйләнеләсәк нәмәләр хаҡында асыҡтан-асыҡ тасуирлана, белешмә бирелә. Мәҫәлән, 1866 йылдың 1 сентябре менән 1946 йылдың 13 авгусы араһында бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡ юҡ кеүек. Әммә Герберт Уэллс “Освобожденный Мир” китабын ижад иткәндә 80 йылдан һуң кешелек тарихында ҡанлы хәрефтәр менән яҙылған Атом бомбаһы реаль тормошта ҡулланылыр, тип уйламағандыр.
Әлеге ваҡытта һәр беребеҙҙе оҙон-оҙаҡ сиратта тороп, эш хаҡын алыуҙан, башҡа ваҡ-төйәк түләүҙәрҙәрҙән ҡотҡарып, ваҡытыбыҙҙы экономияларға ярҙам иткән банк карталарының барлыҡҡа килеүенә лә ике-өс тиҫтә генә йыл үтте. Ә Америка фәйләсүфе, фантастик романдар авторы Эдвард Беллами “Оглядываясь назад” романында 1887 йылда уҡ уның хаҡында мәғлүмәт бирә.
2001 йылда нәшер ителгән Артур Клактың “Космическая Одиссея” романында киләсәктә яңылыҡтарҙы, кәрәкле мәғлүмәттәрҙе, темаһына һәм исеменә ҡарап, һайлап уҡып буласағы хаҡында бәйән итә. Быны планшет һәм смартфондар хаҡындағы тәүге мәғлүмәт тип ҡабул итергә мөмкин. Ә 1953 йылда донъялағы иң билдәле фантаст яҙыусыларының береһе – Рэй Брэдбериҙың “451 градусов по Фаренгейту” романында 3D фильм тураһында телгә алына.
Митчелл Эдвард Пейдж үҙенең бер әҫәрендә (1879 йылда) өйҙәрҙә ҡулланыла торған бәләкәй типографиялар тураһында яҙа. Был әҫәрҙең геройҙары кәрәкле мәғлүмәтте шунда тиҙ генә баҫтырып сығарып уҡый ала. Һүҙ принтер хаҡында булманымы икән?
Билдәле Америка яҙыусыһы Бирс Амброздың 1910 йылда яҙылған бер әҫәрендә кешегә "ҡаршы" уйнай алған шахмат программаһы барлығы хаҡында әйтә. Ә теүәл ҡырҡ йылдан һуң программистар быны тормошҡа ашыра.
“Скайп” тураһында 1909 йылда уҡ инглиз романисы Форстер Эдвард Моргандың “Машина Останавливается” романында былай тиелә: “Ун биш секунд та үтмәне, уның ҡулындағы йоморо тәрилкә яйлап ҡына яҡтырта башланы. Көсһөҙ генә зәңгәр нурҙар аша ерҙең икенсе сигендә йәшәгән улының һынын күрҙе әсә...”.
Эйе, уйҙар, хыялдарҙың ҡасан да булһа тормошҡа ашыуы күптән билдәле инде. Әгәр ҙә шулай икән, киләсәк быуындарҙың хозурлыҡта, муллыҡта йәшәүҙәренә өмөт итеп, ниңә беҙгә лә әлегә тормошҡа ашмаҫтай кеүек тойолған изге уй-ниәттәр тураһында яҙмаҫҡа? Мәҫәлән, фантаст яҙыусы булһам, мин әҫәремде ошолай итеп башлар инем: “Әллә нисә быуаттар дауамында башҡорт халҡы байманлыҡта, тыныслыҡта йәшәй. Һәр йәш ғаиләлә ике-өс йыл һайын береһенән-береһе матурыраҡ, зиһенлерәк сабыйҙар тупылдашып тыуып тора. Балалар, ҡарттар йорттары күптән ябылып бөткән. Дауаханаларҙа ауырыуҙар булмағас, табиптар алған белемдәрен нығытыу менән генә шөғөлләнә. Ҡаҙылма ер аҫты байлыҡтары ситкә китмәгәс, һәр яңы тыуған балаға һаҡлыҡ кенәгәһе асыла һәм был 18 йәшенә тиклем ай һайын тулыланып бара. Илен, ерен, телен, милләтенең киләсәген яҡлап, һаҡлап күтәрелгән ихтилалдар, пикеттар тарихта ғына ҡалған. Сөнки үҙҙәре һайлап ҡуйған һәр сәйәсмән халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыу, уларҙың йәшәү рәүешен көндән-көн нығыраҡ яҡшыртыу тураһында ғына уйлай, уны ғәмәлгә ашыра. Коррупция термины ла, иҫкергән һүҙҙәр рәтенә күптән индерелеп, тормошта бөтөнләй ҡулланылмай. Шуға ла йәш-елкенсәк бар көсөн төплө белем алыуға, физик, рухи яҡтан нығыныуға, шәхес булараҡ үҫешеүгә генә һала. Ә өләсәй-олатайҙары менән бүлә-бүләсәрҙәре бары тик үҙ туған телдәрендә – башҡортса ғына һөйләшә...”
Сулпан ВИЛДАНОВА әҙерләне.
Читайте нас