Шоңҡар
+23 °С
Ясно
Новости
17 Сентября 2019, 05:34

Владимир Путин миҫалға Ҡөрьән һүҙҙәрен килтерҙе

Владимир Путин Ҡөрьән һүҙҙәрен миҫалға килтерҙе

Владимир Путин Ҡөрьән һүҙҙәре менән һөйләнеВладимир Путин Ҡөрьән һүҙҙәре менән һөйләне
Владимир Путин Ҡөрьән һүҙҙәре менән һөйләне
Уҙған шәмбегә ҡарай төндә Сәғүд Ғәрәбстанының көнсығышындағы нефть предприятиелары пилотһыҙ самолеттар тарафынан атакаға тотолдо. Был осраҡ өсөн яуаплылыҡты Йемен баш күтәреүселәре үҙ өҫтөнә алһа ла, АҠШ уларға ышанмайынса, килеп тыуған хәлдә Иранды ғәйепләне. Тегеран ғәйепләү менән риза түгел. Килеп тыуған низағ хаҡында фекер йөрөтөп, Владимир Путин Рәсәй–Төркиә–Иран саммиты ваҡытында беренсе тапҡыр үҙ сығышында Ҡөрьәнде телгә алды. “Бында, күпселек халҡы мосолман булған Төркиәлә булғанда, изге Ҡөрьән һүҙҙәрен килтереп китмәй булдыра алмайым: “Аллаһы Тәғәләнең киң күңеллелеген иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Һеҙ ҡасандыр дошмандар инегеҙ, Аллаһ йөрәктәрегеҙҙе йомшартып, һеҙҙе туғандарҙай итте”. Был осраҡта мин бына шуны әйткем килә” – тип араларҙы яйлау сараһын күрергә саҡырҙы ул.
#Владимир Путин
Читайте нас