Шоңҡар
+15 °С
Облачно
Новости
18 Сентября 2019, 13:03

Башҡортостанда “Башҡортостан” милли паркы биләмәһендә палеонтолог-ғалимдар хайуандарҙың һөйәктәрен тапҡан

Башҡортостанда “Башҡортостан” милли паркы биләмәһендә палеонтолог-ғалимдар хайуандарҙың һөйәктәрен тапҡан. Был хаҡта милли парктың матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Табыштар араһында мөҙөгморон, тәү бизон, төнъяҡ боланы һәм ат тештәре бар.

Башҡортостанда “Башҡортостан” милли паркы биләмәһендә палеонтолог-ғалимдар хайуандарҙың һөйәктәрен тапҡан. Был хаҡта милли парктың матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Табыштар араһында мөҙөгморон, тәү бизон, төньяҡ боланы һәм ат тештәре бар. Ғалимдар был хайуандар таш быуат кешеләренең туҡланыу рационына ингәндер, тигән фекерҙә. Палеонтолог Дмитрий Гимранов хәбәр итеүенсә, хайуандарҙың һөйәктәре был урында йыл һайын табыла. Тештәрҙең йәше яҡынса 16 мең йыл тәшкил итә..

“Башҡортостан” милли паркы табыштары Рәсәй фәндәр академияһының Үҫемлектәр һәм хайуандар экологияһы институты музейына тапшырылған.

Читайте нас