“Фән һәм мәғариф” милли проекты сиктәрендә төбәктәрҙә фәнни ағартыу үҙәктәре булдырыласаҡ тип белдерҙе Рәсәй Федерацияһы президенты В. Путин. Улар юғары технологияларҙы көндәлек тормошҡа индереп, кешеләрҙең хеҙмәтен еңеләйтеү, һаулығын нығытыу, хәүефһеҙлеген көсәйтеү һәм илде мәҙәни һәм иҡтисади яҡтан көсәйтеү маҡсатында эшләйәсәк. Был үҙәктәр урындарҙа йылдар дауамында һүлпәнлеккә төшкән тауар етештереү процестарын да яйға һалырға ярҙам итер тигән ышаныс бар.