Шоңҡар
+15 °С
Облачно
Новости
19 Сентября 2019, 09:24

Өфөлә Радий Хәбировтың Башҡортостан Башлығы вазифаларын үтәй башлауына арналаған церемония үтте

Бөгөн Өфөлә Радий Хәбировтың Башҡортостан Башлығы вазифаларын үтәй башлауына арналаған церемония үтте. Билдәле булыуынса, 8 сентябрҙағы һайлауҙары һөҙөмтәһе буйынса Радий Фәрит улы 82,02 процент йыйҙы.Һайлау һөҙөмтәләрен тағы бер тапҡыр республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко иғлан итте һәм Радий Хәбировҡа Башҡортостан Республикаһы Башлығы танытмаһын тапшырҙы.Радий Хәбиров вазифаһына инеү менән Башҡортостан Республикаһының 2025 йылға тиклемге Үҫеш стратегияһын уҡып ишеттерҙе.

Бөгөн Өфөлә Радий Хәбировтың Башҡортостан Башлығы вазифаларын үтәй башлауына арналаған церемония үтте. Билдәле булыуынса, 8 сентябрҙағы һайлауҙары һөҙөмтәһе буйынса Радий Фәрит улы 82,02 процент йыйҙы.

Һайлау һөҙөмтәләрен тағы бер тапҡыр республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко иғлан итте һәм Радий Хәбировҡа Башҡортостан Республикаһы Башлығы танытмаһын тапшырҙы.

Радий Хәбиров вазифаһына инеү менән Башҡортостан Республикаһының 2025 йылға тиклемге Үҫеш стратегияһын уҡып ишеттерҙе. Ул быны һайлау үткәс тә эшләргә һүҙ биргәйне.

“Владимир Путиндың илде үҫтереү өсөн май указдары булһа, беҙҙә – Башҡортостанда – сентябрь документы буласаҡ”, – тине Радий Хәбиров.

Үҫеш стратегияһы – бик уйланған һәм мөһим документ. Унда аныҡ итеп төбәгебеҙҙең артабанғы үҫешенең барлыҡ йүнәлештәре билдәләнгән. Был стратегия ҡоро һүҙ түгел, ә һандар һәм аныҡ йүнәлештәр менән һуғарылған. Барлыҡ мөһим темалар ҙа халыҡтың ихтыяжынан сығып билдәләнгән.
Читайте нас