Яңы прокурор ысынлап та беҙҙең яҡташмы?
Рәсәй генераль прокуроры Юрий Чайка тарафынан Башҡортостан прокуроры вазифаһына тәҡдим ителгән Мәскәү прокуроры урынбаҫары Владимир Ведерников Башҡортостан парламенты депутаттары тарафынан раҫланды. 104 депутаттың 103-е уның кандидатураһы өсөн тауыш бирҙе.
Рәсәй Федерацияһының генераль прокуроры урынбаҫары Сергей Зайцев Ведерникиов әфәндене “ҙур сәйәси тәжрибәһе булған һәм ойоштороу һәләтенә эйә, принциптарға тоғро, ныҡышмал, талапсан, һөнәри йәһәттән әҙерлекле етәксе” тип билдәләне.
Владимир Ведерников үҙе, уның Мәскәүҙән Өфөгә килеүе хаҡында, миңә ышанысһыҙыраҡ ҡарайҙар, бында килеп хаталар яһар ҙа эҙһеҙ юғалыр тип һөйләйҙәр икән тип ишетем, тине. Минең олататйым Башҡортостандың Балаҡатай районы Соколки ауылында тыуған һәм һуңғараҡ беҙҙең ғаиләгә Себер тарафтарына күсеп китергә тура килгән, шуға ла мин бында ваҡытлыса ғына килмәнем ә тыуған яғыма әйләнеп ҡайттым, тип билдәләне.