Шоңҡар
+19 °С
Ясно
Новости
23 Сентября 2019, 12:50

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 2024 йылға тиклем республиканың социаль-иҡтисади үҫеше буйынса стратегик йүнәлеш хаҡында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 2024 йылға тиклем республиканың социаль-иҡтисади үҫеше буйынса стратегик йүнәлеш хаҡында указға ҡул ҡуйҙы. Уның маҡсаты - республиканы лидер төбәктәр рәтенә индереү.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 2024 йылға тиклем республиканың социаль-иҡтисади үҫеше буйынса стратегик йүнәлеш хаҡында указға ҡул ҡуйҙы. Уның маҡсаты - республиканы лидер төбәктәр рәтенә индереү.

“Документҡа Башҡортостандың һәр кешеһе өсөн уңай тормош шарттары тыуҙырыу, милли байлыҡты арттырыу һәм төбәктең конкурентһәләтлелеген күтәреү маҡсатында ҡул ҡуйылды” , - тиелә хәбәрҙә.


Указға ярашлы, Башҡортостан хөкүмәте 2014 йылға тиклем республикала йәшәүселәрҙең һанын 4 миллион 100 меңгә саҡлы, тулайым төбәк продуктын 2 триллион һумға еткерергә, һалымдан килгән һәм һалымдан тыш килемдәрҙе 10 процентҡа арттырырға тейеш.

“Республиканы түбәндәге йүнәлештәр буйынса лидер төбәктәр иҫәбенә индереү маҡсаты ҡуйылған: кеше потенциалы үҫешенә шарттар тыуҙырыу, йәшәү өсөн уңайлы мөхит булдырыу, ныҡлы иҡтисади үҫеш тәьмин итеү, эшҡыуарлыҡ өсөн шарттар тыуҙырыу, инвестициялар йәлеп итеү, төбәк инфроструктураһын яҡшыртыу”.

“Указға ҡул ҡуйлған. Минең ҡарамаҡҡа Хөкүмәт уны бик яҡшы кимәлдә эшләп сығарҙы. Унда амбициоз маҡсаттар билдәләнгән. Әммә мин, әгәр ҙә беҙ нимәгәлер өлгәшергә теләһәк, һәр саҡ юғары маҡсаттар менән йәшәргә кәрәк, тигән фекерҙәмен , - тине Радий Фәрит улы опертив кәңәшмәлә.
Читайте нас