Яҙыусылар союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Зәки Арыҫлан улы Әлибаев инициативаһы менән "Башҡортостан Яҙыусылар союзына- 85" - тигән исем аҫтында төрлө райондарҙа осрашыуҙар ойошторола башланды. Һуңғы ваҡытта мәктәптәрҙә яҙыусылар, шағирҙар менән осрашыуҙар һирәгәйҙе. Элегерәк бындай осрашыуҙарҙан һуң мәктәп уҡыусыларының илһамланып шиғырҙар, әҫәрҙәр яҙыуға тотоноуы тураһында һәм һуңынан ысын шағир, яҙыусыға әйләнеп китеү тарихтары бихисап. Һәм ана шул бәйләнеште яңынан терелтеү, күсәкилешлекте яйға һалыу маҡсаты менән 21 сентябрь был ҙур һәм кәрәкле проект үҙенең тәүге аҙымын яһаны. Тәүге сәфәрҙе Зәки Арыҫлан улы менән берлектә Ш.Бабич премияһы лауреаты, шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина, йәш шағир Александр Хватков, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филология факультеты студенттары Фәдис Идрисов, Тимур Мөхәмәтғәлиев, Ильяс Ҡасҡынов, Динә Солтанова, Алина Әхмәтшина, Әлфинә Әюпова, Ләйсән Нуриевалар менән башлап ебәрҙе. Саҡмағоштағы 1-се мәктәптә, Яңы Балтас урта мәктәбендә бик йәнле осрашыуҙар һәр кемдең күңелендә тәрән эҙҙәр ҡалдырҙы. Уҡытыусылар: " Бындай осрашыуҙарҙан һуң балалар илһамланып башҡорт әҙәбиәте, мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһына башлайҙар. Киләсәктә бындай осрашыуҙарҙың йышыраҡ булырына ышанабыҙ," - ти.