Шоңҡар
+23 °С
Ясна
Новости
23 Сентябрь 2019, 13:43

МЫЙҘАБАЙҒА БАЙАҺЫҢМЫ?

Билдәле мәшһүр композитор, балалар яҙыусыһы, шағирә драматург Зәһрә Фәйзуллинаның пьесалары ла йырлай. Ышанмайһығыҙмы? Улайһа, 25, 26 сентябрь М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында буласаҡ премьераға килеп ҡарағыҙ!

Хужабикәһенән урлап ҡаймаҡ ялаған Мырҙабай бер көндө “Р” хәрефен юғалта. Шунан “Мин – Мыйҙабай, батый Мыйҙабай”, – тип йырлай-йырлай эҙләргә сығып китә. Юлында кемдәрҙе осратыр? Ниндәй сетерекле хәлдәргә тарыр?

Шаян һәм мажаралы әкиәт балалар өсөн генә түгел, өлкәндәр өсөн дә фәһемле. Килегеҙ, көтәбеҙ! Һыуыҡ көндәрҙе көлөп үткәйәйек! Уй... аңлашыйбыҙ.

Премьера 25, 26 сентябрҙә 11.00 сәғәттә була.
Читайте нас