Шоңҡар
+22 °С
Ясно
Новости
24 Сентября 2019, 06:25

Китап уҡы, һәр эште күңел һалып башҡар...

Йәки мейе эшмәкәрлеген көсәйтеү тураһында бер нисә кәңәш

1. Йоҡоһоҙлоҡтан арын. Калифорния ғалимдары асыҡлауынса, әҙ йоҡлау кеше организмына, шул иҫәптән мейе өсөн дә кире тәҫьир итә икән. Бигерәк тә, хәтер насарайыуы бар.
2. Һәр эшкә илһам менән тотон. Сөнки оҙаҡ ваҡыт ҡул ҡаушырып ултырырға яратмаған, һәр нәмәне күңел биреп эшләгәндәр тиҙ ҡартаймай.
3. Китап уҡыу ҙа мейе эшмәкәрлеген контролдә тотоу өсөн ыңғай алымдарҙың береһенән һанала. Сөнки уҡыған ваҡытта сюжеттың картиналары күҙ алдында кешенең үҙ фантазияһы ярҙамында һынланып уйлау, фекерләү ҡеүәһен үҫтерергә булышлыҡ итә.
Читайте нас