Шоңҡар
+23 °С
Ясно
Новости
26 Сентября 2019, 15:45

ТАМАШАСЫНЫ УРТАҠ ФЕКЕР БЕРЛӘШТЕРӘ

Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклде ҡараған һайын ҡарағы килә. Бөгөн Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына килгән тамашасылар ошондай уртаҡ фекере менән бүлеште. Спектаклде театрҙа әҙиптең 100 йыллығына ҡарата «Берҙәм Рәсәй» партияһы ярҙамы менән «Кесе Ватан мәҙәниәте» федераль партия проекты сиктәрендә режиссер М.Күлбаев сығарҙы.

ТАМАШАСЫНЫ УРТАҠ ФЕКЕР БЕРЛӘШТЕРӘ

Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклде ҡараған һайын ҡарағы килә. Бөгөн Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына килгән тамашасылар ошондай уртаҡ фекере менән бүлеште. Спектаклде театрҙа әҙиптең 100 йыллығына ҡарата «Берҙәм Рәсәй» партияһы ярҙамы менән «Кесе Ватан мәҙәниәте» федераль партия проекты сиктәрендә режиссер М.Күлбаев сығарҙы. Быға тиклем күпме театрҙар сәхнәһендә, кинофильмдарҙа ниндәй генә телдә күрһәтелһә лә, мәғәнәле әҫәр Мостай фекерен халыҡҡа тарата: был ерҙә намыҫ таҙалығынан да бөйөк сифат юҡ.

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры спектаклде рус телендә сығарҙы. Унда рус ҡына түгел, башҡорт труппаһы артистары ла ихлас уйнай.

Р.Ырыҫҡужина
Читайте нас