Милли проекттар сиктәрендә башҡарылған “Сифатлы һәм хәүефһеҙ юл һәм юл эшмәкәрлеге” программаһына ярашлы Рәсәйҙең һәр төбәгендә юлдарҙы яҡшыртыу буйынса әүҙем эштәр башҡарыла. Әммә барыһы ла үҙ эшен еренә еткереп башҡармай һәм шул арҡала ҡытыршылыҡтар ҙа осрай. Мәҫәлән, Курск өлкәһендә юлдар төҙөүгә бүленгән бюджетты дөрөҫ тотонмағандар һәм улар дәүләткә 70 миллион һумды кире ҡайтарырға тейештәр.