Шоңҡар
+15 °С
Облачно
Новости
27 Сентября 2019, 08:02

Ҡояшты сәлдереү мәлен мәңгеләштергән

Ҡалмыҡстанда йәшәгән фотограф “быуат урлашыуы” н мәңгеләштереп, донъяла танылыу яулаған. Ҡояшты сәлдереү шаһиты булып Диана Бадмаева тора. 14 сентябрҙә ул инстаграмға фотолар серияһын һала. Уның төп геройҙары - ире һәм ике эте.

"Ҡояшты сәлдереү" мәлен мәңгеләштергән фотограф

Ҡалмыҡстанда йәшәгән фотограф “быуат урлашыуы” н мәңгеләштереп, донъяла танылыу яулаған. "Ҡояшты сәлдереү" шаһиты булып Диана Бадмаева тора. 14 сентябрҙә ул инстаграмға фотолар серияһын һала. Уның төп геройҙары - ире һәм ике эте. “Мин “быуат урлашыуы”н мәңгеләштерә алдым шикелле! Йәки беҙҙең эҫе Ҡалмыҡстандан ҡояшты нисек алып китергә була тигән һүҙҙәр яҙылған фото аҫтында. Аҙна ярым эсендә фотолар серияһы донъя буйлап тарала. Ҡалмыҡстанда “ҡояшты сәлдереү” хаҡында хатта FOX NEVS телеканалы ла хәбәр итә. Әйткәдәй, Диананың эшен үҙенеке тип билдәләүсе плагиаторҙар ҙа табылған икән. “Дөрөҫөн генә әйткәндә фотоларымды үҙҙәренеке тип беледереүсе әҙәмдәр кәйефте төшөрә”, - ти автор үҙе. Комментаторҙар фотографты бик талантлы тип билдәләй һәм плагиаторҙарға иғтибар итмәҫкә кәңәш итә.

Читайте нас