Йәш башҡорт режиссеры, "Шоңҡар" журналы хеҙмәткәре Фәрзәнә Утарбаева кисә Ҡазандағы"Волга" йәштәр үҙәгенә йыйылған бар халыҡты илатты. Тамашасы "Утты яндырмай тороғоҙ, илап бөтмәнек әле" - тип, фильм бөткәс тә бер нисә минут ҡараңғыла ултырып торҙо. Ҡыҙ-егеттәрҙең һулҡылдауы оҙаҡ тынманы.
Фәрзәнә Утарбаева үткән йылдарҙа ике тапҡыр Төрки донъя йәштәре фестивалендә ҡатнашып, үҙ ижады менән таныштырғайны. Быйылғы фестиваль сиктәрендә, сараға йыйылған төрки йәштәренә тап Фәрзәнәнең "Ҡырағай" фильмы күрһәтелеүе фестивалде ойоштороусыларҙың уның ижадын юғары баһалауын күрһәтә. Фәрзәнә Утарбаеваның ҡыҫҡа метрлы был эше бар кешелек өсөн уртаҡ хис-тойғолар хаҡында һөйләй, шуға ла бер кемде лә бер кемде лә битараф ҡалдырмай тине бер тауыштан фестиваль делегаттары.