Ҡасандыр был байрамды уйлап сығарыусы яҙыусы һәм эколог Владимир Тройниндың: ”Донъяла Юлбарыҫ көнө булырға тейеш!” – тиеүенә барыһы ла көлөмһөрәп ҡарай. Әммә бөгөн, бер нисә тиҫтә йыл үткәс, алыҫ көнсығыштағы “Юлбарыҫ көнөн” хатта Владимир Путин илдең тәбиғәтте яҡлау юҫығындағы иң сағыу байрамы тип атаны.
2015 йылда “Бикин” милли паркы асылыу менән урындағы Ҡыҙыл Яр исеемле удэгей ауылына йән ингән. Ошо арауыҡта электр энергияһы үткән, байтаҡ социаль обьекттар сафҡа ингән, урындағы кешеләргә күп кенә эш урындары булдырылған. Иң мөһиме, аҫабалар үҙ ерҙәрендә һунар һәм хужалыҡ итеү хоҡуғын алған. Интернат төҙөлә башлаған, тимәк балалар ҙа ҡырҙа түгел, ә бында уҡый аласаҡ, ошоно уйлап йәштәр ҙә бында төпләнә башлаған. Туристар йышлағас, удэгейҙар сувенир продукцияһы итеп үҙҙәренең боронғоса ысулдары менән бысаҡ, ҡалаҡ һәм башҡа милли биҙәкле әйберҙәрен етештереүгә лә әүҙем тотонған.
“Бикин” әлегә Рәсәйҙә уставында тәбиғәтте һаҡлауҙан тыш урындағы аҫаба халыҡтың тәбиғи көнкүреш итеүен һәм ошо ерҙәргә хоҡуғын яҡлаған берҙән-бер милли парк. Уның ҡануны Ҡырағай тәбиғәтте һаҡлаусы бөтә донъя фонды (WWF) тарафынан эшләнгән һәм раҫланған. Беҙҙең Башҡортостан ҡурсаулыҡтарына ла ошондай статус бирелһә һәм республикала шул типтағы яңы ҡурсалау һәм һаҡлау майҙандары барлыҡҡа килһә ҡалай шәп булыр ине, шулаймы?