Болгарияла йәшәүсе 21 йәшлек Андреа Иванова барби-ҡурсаҡҡа оҡшау өсөн 15-тән ашыу процедура үткән.
Студен ҡыҙ тышҡы ҡифәтен үҙгәртеү буйынса эште былтыр башлаған һәм айына бер тапҡыр процедураға барып торған. Табиптар уға ирендәре бәләкәйсәйгән кеүек тойолған һайын гиалурон кислотаһын инлдергән икән. Шулай уҡ ҡыҙ бала түшен ҙурайтыу буйынса ла операция яһатҡан.
Студент ҡыҙҙың һүҙҙәре буйынса, ул бала саҡтан уҡ барби-ҡурсаҡҡа оҡшау хаҡында хялланған.
“Ошондай эшкә барып, кешенең йөҙөн, тәнен йәмһеҙләгән табиптар үҙ язаһын алырға тейеш”, - тигән фекер белдерә комментаторҙар. Ә Андреа ҡифәте менән ҡәнәғәт. Һәм үҙ тәнем менән нимә ҡылһам да, быға хоҡуғым бар тип иҫәпләй.
Таныштарығыҙ арһында тышҡы ҡиәфәтен үҙгәртеү буйынса операция яһытыусылар бармы Һәм, ғөмүмән, ошондай операциялар кәрәкме әллә уларҙың булмағаны яҡшымы, Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дуҫтар?