Ни сыҡмаһа, шул «Ҡорос»тарҙан сыға... М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында эшләп килгән «Ҡорос» халыҡ театрының (етәксеһе - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Лоҡманов) әүҙемлеге хайран ҡалдыра, әле генә Өфөлә студенттарҙың «Тиле йәшлек» спектаклен тамаша ҡылғайныҡ, хәҙер инде уларҙы зәңгәр экрандарҙан күрергә мөмкин. Ижади төркөм әле бына шағирыбыҙ Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған сәхнәләштереү әҙерләй, унан Мәскәүгә «Театрлы Волга буйы» студент театрҙары фестиваленә юлланмаҡсы.
Беҙҙең өсөн һөйөндөргәне, улар араһында ике хеҙмәттәшебеҙ ҙә бар. Йәш хеҙмәткәрҙәребеҙ Динә Солтанова һәм Инсаф Хужабиргәнов уйнаған «Тиле йәшлек» спектакле “Театрлы Волга буйы” фестиваленең студент театрҙары араһында төбәк этабы еңеүсеһе булды. Театр йылында ҙур уңышҡа ҡаҙанды улар, афарин!
Әйткәндәй, тиҙҙән тауыш биреү башланасаҡ, Башҡортостан данын яҡлаған «Ҡорос»тар өсөн 8-800-350-35-43 номеры буйынса тауыш бирергә мөмкин.